Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Сентябрь 2020, 13:24

Салауат һәм Ҡужан ауылдары халҡы ҡыуанды

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

"Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты район үҙәгенән ситтә йәшәгән халыҡты тейешле медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Салауат ауылында ошо проект сиктәрендә, өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды.
Ошоға тиклем медпункт Ишмырҙа Һиҙиәтов исемендәге хоспис бинаһының бәләкәй генә бер бүлмәһендә урынлашҡан ине. Заман талаптарына яуап биргән өр-яңы бинаға күсеү салауаттарға ла, ҡужандар өсөн дә оло шатлыҡ. Ике ауылды хеҙмәтләндергән фельдшер Резеда Ишкилдинаның да ҡыуанысы ҙур.
– Бөтә уңайлыҡтар булдырылған, иркен бина төҙөп биргән, медпунктты өр-яңы йыһаз, медицина ҡорамалдары менән тәьмин иткән республика етәкселегенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, район һәм үҙәк дауахана етәкселектәренә Салауат, Ҡужан ауылдары халҡы исеменән ҙур рәхмәт. Яңы бинала эшләүе лә уңайлы, - ти ауыл фельдшеры.
Медпунктты асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Белорет һәм Асҡар дауаханаларының баш табиптары Виктор Чубик менән Илгиз Килдейәров һәм башҡалар ҡатнашты. Улар халыҡҡа кәрәкле бина асылыу уңайынан тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының маҡсаттары бик күп. Улар иҫәбенә ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу ҙа инә.
Фото: Әбйәлил районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: