"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбендә стоматология кабинеты асылды. “Сәләмәт йылмайыу” модуле программаһы буйынса теш табибы бүлмәһе һәр уҡыусы өсөн асыҡ: улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинетта профилактик күҙәтеү үтә ала.
Уҡыусыларҙы ҡаланың стоматология поликлиникаһынан балалар теш табибы һәм шәфҡәт туташы хеҙмәтләндерәсәк. Стоматология кабинетында йәш пациенттарҙы ҡабул итеү, уларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған.
"Ата-әсәләр, педагогтар һәм балалар бик ҡәнәғәт. Ҡайҙалыр барырға, сиратҡа яҙыларға һәм көтөргә кәрәкмәй. Был бик яҡшы. Ҡаланың башҡа мәғариф учреждениеларында ла был башланғыс дауам итер, тип ышанам", - ти мәктәп директоры Рушан Дияров.
Ҡаланың 12-се мәктәбендә лә стоматология кабинеты асыу планлаштырыла. Әйткәндәй, был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.