Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Сентябрь 2020, 10:57

Яңауыл яңыра, көндән-көн матурлана

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Көндәрҙең йылы, матур тороуынан файҙаланып, яңауылдар төҙөкләндереү эштәренә мөмкин тиклем ҙур иғтибар бирергә тырыша. Әлеге ваҡытта халыҡтың төп иғтибары ҡаланың өс майҙанына йүнәлтелгән.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” тип аталған ҙур проектҡа бәйле эштәр бик әүҙем алып барыла. Әйтергә кәрәк, ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу Яңауыл ише бәләкәй ҡалаларҙа ла ошоноң ише күләмле эштәргә тотонорға мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта ҡаланың төп майҙанында “Арлан УСПД-һы” йәмғиәте буласаҡ ҡоролмалар һәм объекттар өсөн нигеҙ эшләй. Тиҙҙән бында тамаша ҡылыу, балалар майҙансыҡтары, яңы стилдәге арт-объекттар, төрлө йәштәге кешеләр өсөн ял биләмәләре, сәскә түтәлдәре, йәшел үҫентеләр барлыҡҡа киләсәк.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә вокзал янындағы тимер юлсылар скверында ла төҙөкләндереү эштәре башланған. Өфө ҡалаһынан “ЛидерГрупп” йәмғиәте бында милли биҙәкле япмалы юлдар һалыу һәм лицей янындағы тротуарҙы яңыртыу йәһәтенән эш алып бара.
Киләсәккә билдәләнгән эштәр етерлек. Төҙөкләндереү буйынса билдәләнгән эш планына ярашлы, яңыртылған төп, сауҙа һәм вокзал майҙаны тулы бер комплекс барлыҡҡа килтереп, Яңауыл ҡалаһының визит карточкаһына әйләнәсәк, тип күҙаллана.
Белеүебеҙсә, Яңауыл Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи үҙәктәрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап, ҡаланы төҙөкләндереү өсөн федераль аҡсаға эйә булған республиканың һигеҙ муниципалитетының береһе булып танылды.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: