Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылы халҡы өр-яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына эйә булып ҡыуанды. Һөйөнөс ҙур, сөнки 50 йыл хеҙмәт иткән иҫке дауахана авария хәлендә ине.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, пункт санитария талаптарына яуап биргән заманса ҡорамалдар, мебель менән йыһазландырылған. Автономлы электр йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системалары булдырылған, процедура, прививка яһау, акушер кабинеттары эшләй. Медицина пунктын төҙөүгә ике миллион һум аҡса тотонолған.
Был уңайлыҡтарҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың “май указдары”н тормошҡа ашырыу, 2024 йылға тиклем халыҡты тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүсе медицина ойошмалары менән тәьмин итеү маҡсатын күҙ уңында тотоп башҡарылған.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.