Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Сентябрь 2020, 14:00

Фундамент йылдам “үҫә”

Бөрө ҡалаһының төп төҙөлөш объекттарының береһе булған яңы поликлиникала эштәр гөрләй.

Өфөнән подрядсы “Корунд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коронавирус пандемияһына һәм һауа торошоноң боҙолоуына ҡарамайынса, эштәрҙе графикка ярашлы алып бара.
Участка начальнигы Динар Йәмилев һүҙҙәренсә, фундамент 70 процентҡа һалынған, гидроизоляция 50 процентҡа эшләнгән, эске бүлкәләр 60 процентҡа үткәрелгән.
— Матур эшләйҙәр, — тип үҙенең фекере менән уртаҡлаша үтеп барыусы оло йәштәге ағай. — Беренсе көн генә күҙәтмәйем. Эшселәр махсус кейемдәрҙә, бешкән һары каскаларҙа. Биләмә уратып алынған... Афарин! Ҡалала бар ерҙә лә бындай тәртип күҙәтелмәй. Кешеләр үҙҙәренең хеҙмәтен яратыуы күренеп тора, үҙҙәре башҡарған эштең сифатына ла ышаналар.
Мастер рөхсәте менән техник хәүефһеҙлек буйынса башҡа каска кейеп, төҙөлөш майҙанына үтәбеҙ. Ысынлап та, бар ерҙә лә тәртип. Көнкүреш вагондары стенаһында янғынға ҡаршы инвентарь эленгән, эргәлә — ҡом менән тулы тартма. Фундамент өс метрға яҡын күтәрелгән һәм ерҙә тәрән ултыра. Йәнәшәлә — блоктар һәм кирбес өйөмө. Иҫке плитәләрҙе һәм алынған ерҙе биренән сығарырға кәрәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йыл яңы поликлиника бинаһы проекты экспертиза үтте, майҙа төҙөлөш эштәре башланды. Ул ауыл ерендә йыраҡ урынлашҡан территориялар халҡы өсөн медицина ярҙамын яҡынайтыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә беренсел медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү программаһы буйынса алып барыла. Объекттың смета хаҡы — 318 миллион һум. Быйыл шуның 70 миллионын үҙләштереү планлаштырыла. Алда әле ике йыллыҡ эш бар. Объектты тапшырыу ваҡыты — 2022 йылдың дүртенсе кварталы.
Яңы бина дүрт ҡатлы, иркен һәм уңайлы буласаҡ. Балалар поликлиникаһы — 200, ололарҙыҡы 400 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Барлыҡ кабинеттар һәм лабораториялар заманса йыһаз менән тәьмин ителәсәк.
Ольга Платонова.
Степан Чиглинцев фотолары.
Читайте нас: