Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Август 2020, 11:22

Иглин – Субаҡай – Кәлтә юлы яңыра

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Башкиравтодвор” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы заказы буйынса Иглин – Субаҡай – Кәлтә юлындағы 7,5 саҡрым участкала реконструкция эштәрен алып бара. Был төҙөлөш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Контрактҡа былтыр ҡул ҡуйылған. Уны атҡарыу ваҡыты өс йыл, йәғни юлды 2021 йылда тапшырыға тейештәр. Төҙөлөш хаҡы 220 миллион һумдан ашыуға торошло.
Яңы юл район үҙәген, М5 трассаһын урап үтеп, Субаҡай ауылы менән тоташтырасаҡ, шулай уҡ Яңы Иглин ауылының 12 мең кеше йәшәгән иң ҙур биҫтәләренең береһен юллы итәсәк. Быға тиклем халыҡ түшәлмәгән юлдан йөрөгән, халыҡса әйткәндә, арба юлынан.
Подрядсы ойошмалар юл төҙөлөшө технологияларҙы теүәл күҙәтә: тәүҙә ер ҡатламын проект билдәһенә тиклем һалғандар, һуңынан 20 сантиметр ҡалынлығында ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын түшәгәндәр, уның аҫтындағы нигеҙгә ваҡ таш һалынған. Әлеге мәлдә ете сантиметр ҡалынлығындағы ере бөртөклө асфальтбетон ҡатлам түшәлә, уның өҫтөнә финиш ҡатламы булған биш сантиметр ҡалынлығындағы ваҡ бөртөклө асфальт түшәү ҡаралған.
– Был юл меңәрләгән автомобиль хужаларының көтөп алған төҙөлөшө. Унан үҙем йөрөйөм, шуға ла юлдың ниндәй хәлдә булғанын яҡшы беләм, бигерәк тә миҙгел араһында үткеһеҙ ине. Уны ремонтлау “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөлөүенә шатмын. Тиҙҙән беҙҙең граждандар яҡшы, яңы асфальт юлдан йөрөйәсәк, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Иглин район хакимиәте башлығы Николай Самойленко.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: