Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Август 2020, 11:07

Водителдәр тәжрибәһеҙме, әллә?..

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Барыһы 172 еңел автомобиль әйләнгән, уларҙағы 42 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 191 кеше йәрәхәтләнеп дауаханаға эләккән.
Был – быйылғы алты ай эсендә республика юлдарында теркәлгән автомобиль әйләнеү осраҡтары. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” проектына ярашлы юлдарҙа аварияларҙы кәметеү маҡсатында әллә күпме саралар күрелә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-транспорт фажиғәләре даими теркәлә.
“Водителдең тәжрибәһеҙлеге, тиҙлекте дөрөҫ баһаламау, йөктө хәүефһеҙ нығытмау – быларҙың барыһы ла фажиғәгә килтереүе ихтимал”, – тип белдергән Башҡортостан ЮХХДИ-һында.
Ошо үрҙә әйтелгән машиналарҙың түңкәрелеүе менән бәйле фажиғәле осраҡтарҙың 44-енә алкоголле эсемлек эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ғәйепле. Тап ошондай яуапһыҙ кешеләр арҡаһында йыл башынан юлдарҙа туғыҙ кеше һәләк булған һәм 51-е дауаханаға эләккән. Был – республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте килтергән мәғлүмәттәр. Шулай итеп, 1-нән 10 авгусҡа тиклем генә Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Шишмә райондарында автомобилдәр түңкәрелгән һәм алты кешенең ғүмере өҙөлгән.
Юл-транспорт фажиғәләре араһында машиналарҙың ауҙарылыу осраҡтары дөйөм юл-транспорт ваҡиғалары төрҙәре араһында өсөнсө урынды биләй. Был һәр кемде уйландырырға тейеш. Шуға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында онотмайыҡ.
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.
Автор: Айһылыу Низамова
  • Читайте нас: