Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Август 2020, 11:00

Кем еңеп сыҡҡан?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Яңы эш башлаусы фермер” халыҡ-ара эшҡыуарлыҡ уйынының Башҡортостандағы төбәк ойоштороу комитеты республикала ойошторолған бәйгенең еңеүселәрен билдәләгән.
Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары еңеүсе тип табылған. Татьяна Кононованың – емеш-еләк үҫтереү, Илнур Юлдыбаевтың крәҫтин (фермер) хужалығының матди-техник базаһын нығытыу, Артур Яппаровтың рапстан яғыулыҡ етештереү буйынса проекты иң яҡшылары тип табылды.
Төбәк бәйгеһендә еңеп сыҡҡандар “Яңы эш башлаған фермер” Бөтә Рәсәй этабында ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителгән. Ә был сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта һәм шәхси башланғысҡа ярҙам” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: