Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү фонды V “Төҙөлөш һәм үҫеш” Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары араһында төҙөлөш һәм һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы алдынғы тәжрибәләрҙе иң яҡшы яҡтыртыу өсөн конкурс хаҡында иғлан итә.
Конкурста федераль, төбәк һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары, Рәсәй төҙөлөш комплексы һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы темаларын яҡтыртҡан журналистар ҡатнаша ала. Әйткәндәй, киң мәғлүмәт саралары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән һәм 2019 йылда тормошҡа ашырыла башлаған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын яҡтыртыуға айырым иғтибар бүлә.
Конкурсҡа 2019 йылдың 1 сентябренән 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем эфирға сыҡҡан телевидение һәм радио сюжеттары йәки киң мәғлүмәт сараларында баҫылған әйберҙәр, мәғлүмәт, аналитик һәм яңылыҡтарҙан торған материалдар ҡабул ителә.
Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса үткәрелә:
Уңайлы ҡала мөхитен ойоштороу буйынса программаларҙы тормошҡа ашырған граждандар тураһындағы материалдар; Коммуналь инфраструктура һәм торлаҡ фонды менән идара итеү тураһындағы иң яҡшы материал; COVID19 пандемияһы осоронда торлаҡ төҙөлөшө тармағы һәм уға ярҙам итеү саралары тураһындағы иң яҡшы материал; Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағындағы белем биреү программалары һәм һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу тураһындағы иң яҡшы материал; Авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу буйынса иң яҡшы материал; Ипотека баҙары үҫеше буйынса иң яҡшы материал; Заманса торлаҡ төҙөлөшөн төҙөү тураһындағы иң яҡшы материал; Төҙөлөштә яңы һәм энергияны һаҡлаусы технологияларҙы ҡулланыу тураһындағы иң яҡшы материал; Шәхси торлаҡ төҙөлөшө баҙары тураһындағы иң яҡшы материал; Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә төҙөкләндереү проекттарын тормошҡа ашырыу тураһындағы иң яҡшы материал. Ғаризалар 1 августан электрон төрҙә,
смиконкурс.рф сайтында интерактив теркәү формаһын файҙаланып, ҡабул ителә. Эштәрҙе ҡабул итеүҙең һуңғы көнө – 2020 йылдың 7 октябре. Быйыл ноябрҙә Мәскәүҙә еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыу тантанаһы үткәреләсәк.
Ай һайын донъя күргән “ВокругЖэКа” мәғлүмәт-мәғрифәтселек журналы – конкурстың мәғлүмәт буйынса партнеры.
Конкурсты үткәреү һәм материалдарҙы тапшырыу шарттары тураһындағы һорауҙарҙы
[email protected] адресы буйынса ебәрергә мөмкин.
Конкурстың төп шарттары – граждандарҙың тормошҡа ашырылған проекттар һәм төҙөлөш тармағындағы алдынғы тәжрибәләрҙең ҡулланылыуы тураһындағы мәғлүмәткә хәбәрҙар булыуын арттырыу, Рәсәйҙә уңайлы мөхитте барлыҡҡа килтереү, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы темаларын яҡтыртҡан журналистарҙы һәм төҙөлөш, торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен яҡтыртҡан материалдарҙағы мәғлүмәттәрҙең грамоталылығы кимәлен күтәреүҙе дәртләндереү.
Фото: Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министрлығы.