Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Август 2020, 15:23

Өфөлә юл эштәре ҡайнай

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә 2020 йылда 31 урам-юл селтәрендә ремонт эштәре ҡаралған. Бөгөн ремонт 12 участкала тамамланған, әле уларҙы ҡабул итеү бара.
Автомобиль юлдарына килгәндә, улар 20 километр оҙонлоғондағы 22 участкала ҡаралған. Бынан тыш ағымдағы йылда территориаль заказ сиктәрендә тағы өҫтәмә 33 объектта эштәр башҡарыласаҡ.
Быйыл Ибраһимов, Һәҙиә Дәүләтшина бульварҙары, Парк урамы һәм Зәки Вәлиди урамында юл үткәргесте капиталь ремонтлай башлаясаҡтар һәм был эштәр икенсе йылға тиклем дауам итәсәк.
Зәки Вәлиди урамындағы эштәр барышында юлда көсөргәнеш барлыҡҡа килмәһен өсөн урап үтеү урамдарында, айырып әйткәндә Сун-Ят-Сен, Минһажев, Ветошников, Посад урамдарына ремонт яһалған да. Пугачев һәм Дағстан урамдарында тулыһынса асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатламы алмаштырылған. Галле округы урамын капиталь ремонтлау башланған.
Бынан тыш Октябрь Революцияһы урамында ремонт дауам итә. Коммунистик, Ленин, Карл Маркс, Киров, Әй, Сочи, С Перовская, СССР-ҙың 50 йыллығы һәм Менделеев урамдарында эштәр бара.
Ремонт эштәрен тамамлау ваҡыты – 2020 йылдың октябре. Ошо уҡ айҙа былтыр башланған М. Кәрим урамы ремонты ла тамамланырға тейеш.
Былтырҙан алып баш ҡалала ҙур сығымлы дүрт проектты тормошҡа ашырыу дауам итә. Улар – Ағиҙел йылғаһы аша Воровский урамы янында күпер, 8 март урамы реконструкцияһы, Комсомол урамы реконструкцияһы һәм Лесунов менән Баландин бульварында юл төҙөлөшө.
Былтырҙан алып дауам иткән тағы бер проект – М. Шолохов урамынан алып Сельская Богородская урамына тиклем Г. Мушников урамы дауамын төҙөү. Уның оҙонлоғо – 396 метр. Бөгөн инженер селтәрҙәре яңынан түшәлгән, әҙерлек эштәре бара.
Киләһе йылға Высотная, Ураҡсин, Эшсе хәбәрселәр урамдарын, Зининола тимер юлдары аша транспорт сиселеше, Воровский урамындағы күпергә капиталь ремонт, Пугачев урамын реконструкциялау һәм башҡа бер нисә проект планлаштырылған.
Ремонт эштәре барған урамдарҙа хәрәкәттең ауырлашыуы ихтимал. Шуға күрә Өфө кешеләренә һәм ҡунаҡтарға юл ремонтының интерактив картаһы менән файҙаланырға кәңәш итәләр. Ул https://ufacity.info/remontdor/ сайтында ҡуйылған. Унда эштәр барған объекттар күрһәтелгән.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
  • Читайте нас: