Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Август 2020, 11:14

Октябрьский йәмләнә, төҙөкләндерелә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Октябрьский ҡалаһындағы биш ихата төҙөкләндерелә. Өҫтәүенә, улар уңайлылығы менән генә түгел, сағыу төҫтәре менән дә күҙҙең яуын ала!
Шулай итеп, Октябрьскийҙағы Свердлов урамындағы 91 – 99-сы һәм Салауат батыр урамындағы 9-сы йорттарҙы берләштергән Ленин проспектындағы 45/1-се йорт ихатаһы, 28-се биҫтәләге 11-се йорт һәм 35-се биҫтәләге 27-28-се һәм 30в, 31а, 32-се йорттар эргәһендәге биләмәләр сынъяһау итеп үҙгәртеләсәк. Улар “Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса төҙөкләндерелә.
Әле һәр ихатала юлдарға асфальт түшәлгән, парковкалау өсөн яңы урындар барлыҡҡа килгән, тротуарҙар, спорт һәм балалар майҙансыҡтары ипкә килтерелгән, эскәмйәләр, сүп-сар өсөн һауыттар ҡуйылған һәм яҡтыртылған. Тиҙҙән 35-се биҫтәләге 30в, 31а, 32-се йорттар эргәһендә эштәр тамамланасаҡ. Бында барыһы ла, бигерәк тә кескәйҙәр өсөн заманса балалар майҙансығы хасил булған. Ул үҙенең төрлө төҫтәргә буялыуы менән йәлеп итә. Тағы шуныһы үҙенсәлекле: бында эттәр менән дә йөрөргә мөмкин. Әйткәндәй, был – ҡалалағы ошондай икенсе урын. Автомобилселәрҙең дә ҡыҙыҡһыныуы хаҡында онотмағандар - Клинов урамындағы 30в йорт эргәһендә машиналарҙы парковкалау өсөн өҫтәмә урындар барлыҡҡа килгән. Киләһе йылда “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Октябрьскийҙағы төрлө биҫтәләрҙә тағы алты ихата яңы һулыш аласаҡ. Тимәк, ҡала тағы йәмләнәсәк! Ә был ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һөҙөмтәһендә мөмкин буласаҡ.
Фото: Октябрьский ҡала хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: