Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Август 2020, 11:13

Асҡар-Сибай юлы ремонтлана

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әбйәлил районының юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы эшселәре Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлын ремонтлай башланы.
Әлмөхәмәткә илткән юлдың насар булыуына был тарафтарҙа йәшәүселәр күптән зарлана. Айырыуса Сибай ҡалаһында белем алыусы студенттар һәм Сибай интернат-гимназияһында уҡыусы балалар яфа сикте. Ниһайәт, автобус водителдәренең һәм пассажирҙарының аҙапланыуҙарына сик ҡуйыласаҡ — алама юл участкаһына эшселәр һәм идаралыҡ техникаһы эш башланы. Юл төҙөлөш һәм ремонтлауҙың заказсыһы Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы, подрядсыһы--«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте.

-Трассаны төҙөкләндереү өс этапта үтәсәк, - ти Әбйәлил юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығының производство-техник бүлеге начальнигы Рифат Баймурзин. — 80 миллион һумға баһаланған беренсе этапта юлдың 6400 метры ремонтланасаҡ. Киләһе йыл дауам итәсәк икенсе этапта тағы 6000 метр юл арауығы төҙөкләндереләсәк. Дөйөм алғанда 18 саҡрым юлды ремонтлау планлаштырыла.

Әлеге көндә эшселәр юл япмаһын тигеҙләй. Экскаваторҙа Руслан Йыһаншин һәм бульдозерсы Руслан Мөхәмәтов юлды ГОСТ талаптарына яраҡлаштырып, япманы тигеҙләй. Урында онтау агрегаты урынлаштырылған, унан сыҡҡан ҡырсынташ юлға нигеҙ итеп һалына. Бөтә эштәр менән мастер Ғәзиз Ғәбитов идара итә. Таш онтауҙа Ринат Килдин, Әнис Хәсәнов, Мөхәрләм Ғәлиуллин эшләй.

Райондың Байым, Покровка ауылдары тарафтарында юлдарҙы төҙөкләндергән эшселәр һәм махсус техника эштәрен тамамлау менән яңы объектҡа йүнәлтеләсәк.
Был эштәрҙең барыһы ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә атҡарыла.
Фото: "Осҡон" гәзитенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: