Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Август 2020, 11:18

Бәхет өсөн күп кәрәкме ни?!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыш һәр кемгә тиерлек һынауҙарын ебәреп кенә тора. Арабыҙҙа әсәй наҙын, атай һөйөүен күреүҙән мәхрүм булып үҫкәндәр ҙә бар. Көйөргәҙе районында тап бына ошондай йәштәргә сикһеҙ шатлыҡ-өмөт, бәхет бүләк иттеләр: туғыҙ ҡыҙ һәм егет үҙенең торлағын алып ҡыуанды.
Торлаҡ асҡыстарын йәштәргә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һәм уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данил Акилов тапшырҙы. Шулай итеп, ҡыҙҙар һәм егеттәр Ермолаевка һәм Айсыуаҡ ауылдарында үҙ фатирлы булды.
– Ошо көндән, торлаҡты биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйғандан алып, йәштәрҙең һәр береһе, документта яҙылғанса, коммуналь түләүҙәр һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн даими түләп барырға тейеш, – тип етәксеһенең һүҙҙәрен ҡеүәтләп, үҙ кәңәштәрен дә бирҙе бүлектең баш белгесе Эльвира Потапова. – Биш йыл буйы опека һәм попечителлек бүлеге торлаҡты файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәүгә контроллек итәсәк. Әгәр коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстар йыйылыу кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар булһа, был ваҡыт тағы биш йылға оҙайтыласаҡ. Ошо ваҡыт үткәндән һуң торлаҡты шәхси милек итеп рәсмиләштереп буласаҡ.
Әйткәндәй, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға фатир асҡыстарын биреү тантанаһы ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районы хакимиәтендә үткәрелде. Был матур сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты сиктәрендә мөмкин булды.
– Был ваҡытты бик оҙаҡ көттөм. Ниһайәт, үҙ мөйөшөм булды. Быйыл Күмертау педагогия колледжын тамамланым. Колледж ятағында йәшәнем. Әле лә әйберҙәрем унда. Бөгөнгө асҡыстар тапшырыу тантанаһы хаҡында әйткәстәр, сикһеҙ ҡыуандыҡ, – тип һөйләне Яна Щербакова. – Беҙ түҙмәй, алдан барып фатирҙы ҡараныҡ та инде. Әммә ул көтөлгәндән дә яҡшыраҡ булып сыҡты. Бик шатмын!
Эйе, ысынлап та, ҡыуанырһың да шул. Яна Щербакованың тыуған ауылы Молокан булһа ла, оҙаҡ ҡына Зәк-Ишмәттәге ғаиләлә тәрбиәләнгән. Бына хәҙер ҡыҙ үҙ торлағын алып һөйөндө.
Анастасия Арсентьева ла 21 йәшендә фатирлы булды. Тырыш ҡыҙ урта махсус белем биреү ойошмаһында юридик белем алған. Ә йткәндәй, ҡыҙ уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Бына тағы ошо бәхеткә өҫтәлеп, фатир бүләк иттеләр. Тимәк, киләсәктә ҡыҙҙы һәм уның тиҫтерҙәрен яҡты киләсәк, матур тормош көтә!
Фото: Көйөргәҙе районы хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: