Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Август 2020, 11:55

Йәш эшҡыуарҙар осрашасаҡ

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Эшҡыуарлыҡ баттлы” республика проектының ғаризалар ҡабул итеү кампанияһы башланды.
Эшҡыуарлыҡ баттлы – проектты ойошторғанда, әҙерләгәндә һәм алға этәргәндә ғәмәли ярҙам күрһәтеү, Башҡортостандағы алдынғы эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу ул. Сараның ситтән тороп ойошторолған өлөшө 1-нән 20 авгусҡа тиклем үткәреләсәк. Шулай итеп, 20 йәш эшҡыуар үҙ-ара баттл формаһында ярышасаҡ.
Сарала 18 йәше тулғандар, йәшәү урыны буйынса республикала теркәлгәндәр һәм йәшәгәндәр ҡатнаша ала. Ғаризаны app.delo102.ru/c/bizbatt сайты буйынса 20 авгусҡа тиклем ебәрергә мөмкин. Быйыл сентябрҙән декабргә тиклем дүрт этап ойоштороласаҡ.
Финалға сыҡҡандар үҙҙәренең әҙер эшҡыуарлыҡ проекттарын ойоштороу комитеты ағзаларына күрһәтә аласаҡ. Еңеүсене бүләктәр көтә. Ярыш барышына тәжрибәле эшҡыуарҙар, төбәк министрлыҡтары, ведомстволары вәкилдәре күҙәтәсәк. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас в