Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июль 2020, 10:59

“Мәктәп ихаталары” проекты ниндәй маҡсат ҡуя?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Киләһе йылда Башҡортостанда “Мәктәп ихаталары” проектын ғәмәлгә ашыра башлауҙары ихтимал. Әле республиканың 950 мәктәп һәм балалар баҡсаһы ихатаһына ремонт һәм яңыртыу талап ителә. Өфөлә уҙған “Ҡала паркта” семинарында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров ошо хаҡта белдерҙе.
– Әле мәктәп ихаталарын ремонтлау механизмдары юҡ. Бинаға, капиталь ремонтҡа, селтәргә аҡса бүленә, ә мәктәп ихаталары тороп ҡала. Шуға ла беҙ 2020–2024 йылдарҙа “Мәктәп ихаталары” программаһын ғәмәлгә ашырырға йыйынабыҙ, – ти Фәнүр Йәғәфәров.
Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, ошо маҡсатта йыл һайын 350 миллион һум кәрәк буласаҡ. Премьер-министр урынбаҫары был сумманың һиҙелерлек булыуы, әммә был эште уңайлы мөхит формалаштырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән муниципалитеттар программалары менән берләштергәндә, сығымдарҙы яҡынса 150 миллион һумға тиклем кәметеү мөмкинлеге бар. Проект буйынса бүленгән аҡсалар шул иҫәптән тышҡы яҡтыртыу ҡорамалдарын монтажлауға, уйын һәм спорт майҙансыҡтарын, йәйәүлеләр үткәүелдәрен төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.
Әйткәндәй, семинарҙа ҡатнашыусылар милли проекттарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса республика программаларын берләштереү һалынған бюджет аҡсаларының һөҙөмтәлеген күтәреүгә булышлыҡ итеүе темаһына айырым туҡталды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле, ил Президентының май указдарына ярашлы, “Мәғариф”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттары бойомға ашырыла, ә “Мәктәп ихаталары” проекты уларҙы тулыландырып, яңы ҡеүәт өҫтәйәсәк.
Фото: resbash.ru
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: