Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июль 2020, 11:01

Кадрҙарҙы һаҡлауҙың ниндәй юлдары бар?

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәҙерге ваҡытта республиканың медицина учреждениеларында 52 мең кеше эшләй, шул иҫәптән 14 меңдән ашыу табип һәм 37 мең урта медицина белемле хеҙмәткәр. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен квалификациялы кадрҙар менән тулыландырыу мәсьәләһе әле лә көн ҡаҙағында тора.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ошо мөһим программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам итә:
- “Ауыл фельдшеры”. 2020 йылда фельдшер-акушерлыҡ пункттарына эшкә килгән белгестәр 500 мең һум күләмендә түләүҙәр аласаҡ.
- “Ауыл табибы”. Үҙәк район дауаханаларына эшкә килгән табиптарға бер миллион һум күләмендә аҡса түләнә. Июнь башына тиклем бындай түләүҙәрҙе 20 кеше алды.
Ҙур һорау менән файҙаланған һирәк белгестәргә ярҙам итеү программаһы ла эшләй. Ярты йыл эсендә 17 табип түләүҙәр алды. Программаны тормошҡа ашырыу өсөн быйыл 300 миллион һумлыҡ бюджет средстволары тотоноласаҡ, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в