Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Июль 2020, 11:05

Ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим ителде

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Милли проект ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс эшҡыуар үҙҙәренең инвестиция проекттарын һәм идеяларын тәҡдим итте.
Беренсе инициатор кафе һәм күңел асыу үҙәге асырға уйлай. Үҙ проектын ул ике йыл эсендә тормошҡа ашырып, 15-30 яңы эш урыны булдырырға ниәт итә.
Икенсе проект авторы халыҡҡа дөйөм туҡланыу өлкәһендә хеҙмәтләндереү күрһәтергә уйлай, 15 автомобиль өсөн туҡталҡа урыны булдырыу планлаштыра. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвесторҙың бар документтары ла әҙер, объектҡа һыу үткәреү һәм төкәтмә төҙөү өсөн рөхсәт кенә кәрәк.
Белоретта ҡул көрәше буйынса федерация ойоштороу – өсөнсө тәҡдим ителгән проект. Бының өсөн айырым инеү урыны булған бина ҡуртымға алынған, реклама алтаҡтаһы ла килешелгән. 25 бала һәм үҫмер һайлап алынған, квалификациялы ике тренер эш башларға әҙер. Инициатор залды асыуҙа финанс ярҙамы һорай.
Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта яуаплы кешеләргә инвесторҙарға документтар әҙерләүҙә һәм финанс ярҙамы алыуҙа ярҙам итергә ҡушты.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: