Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Июль 2020, 11:06

Подъездарҙа эштәр дауам итә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ҡалтасы районындағы күп фатирлы йорттарҙағы подъездарҙа ремонт эштәре дауам итә.
Район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы секторында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 15 подъездағы эштәр республика комплекслы программаһы буйынса атҡарыла. Бөгөн ҡайҙалыр эшкә нөктә ҡуйылһа, ҡайҙалыр ул тиҙҙән тамамланырға тейеш, ә ҡайҙалыр, киреһенсә, ремонт ҡыҙғандан-ҡыҙа. Әле Красный Холм ауылының Горький урамындағы 1а һанлы йортта инженер селтәрҙәре – канализация, һыу ағыҙыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү ипкә килтерелә. Ошо эштәр тамамланғас, ике подъезды матурларға тотонасаҡтар.
– Бөгөн Фрунзе урамындағы 17-се һәм Губкин урамындағы 1-се йорттарҙағы подъездарҙа эшләйбеҙ, – ти “Алға” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы етәксеһе Радик Хәбибов. – Ҡалтасылағы Карл Маркс урамындағы 103-сө һәм Красный Холмдағы Ағас оҫталары урамындағы 10-сы йортта эштәр тамамланыу өҫтөндә.
Әйткәндәй, былтыр Радик Хәбир улының подряд ойошмаһы 28 подъезды ипкә килтергән.
Әле капиталь ремонт эштәре барышында тәҙрәләр алмашына, стеналар буятыла, электр монтажлау эштәре атҡарыла, почта йәшниктәре алмаштырыла. Эштәр республика аҡсаһына атҡарыла һәм район бюджетынан финанслана.
Һәр подъезда тиерлек электр үткәргестәр биҙәлеш йәһәтенән проблемалар тыуҙыра. Был етешһеҙлектәрҙе подряд ойошмаһы бөтөрә. Электр үткәргестәр кабель каналдарына һалына, һүндергестәр алмаштырыла, ә яҡтыртҡыстар энергия һаҡлаусы, хәрәкәт датчиктары булғандарына алмаштырыла. Әйткәндәй, был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында атҡарыла.
Фото: Ҡалтасы район хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: