Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Июль 2020, 11:03

Хеҙмәт етештереүсәнлеге өс процентҡа артырға тейеш

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты бурыстарына ярашлы 2020 йылда Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 3,1 процент тәшкил итергә тейеш. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
Уның һүҙҙәре буйынса, милли проект етештереү һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм персоналдың квалификацияһын күтәреү арҡаһында предприятиеларҙың конкуренцияға һәләтлелеген арттырыу мөмкинлеге бирә. Бының өсөн республикала ике төбәк проекты эшләнгән: “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн системалы саралар” һәм “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү өсөн адреслы ярҙам”
Проектта ҡатнашыусылар өсөн Төбәк компетенциялар үҙәге ярҙамында һаҡсыл етештереү системаһын индереү, етештереү юғалтыуы һәм кәрәкмәгән эште юҡҡа сығарыу, тотонолмаған сеймал һәм материалдар запасын кәметеү кеүек түләүһеҙ саралар комплексы тәҡдим ителә. Был уртаса 44 процентҡа технологик процестар ваҡытын кәметә һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген 30 процентҡа арттыра.
– Беҙ милли проектта ҡатнашыу өсөн 69 предприятиены йәлеп иттек. Йыл аҙағына тиклем был һандарҙы йөҙгә тиклем еткереү бурысы ҡуябыҙ, – тине Рөстәм Моратов. – Һаҡсыл етештереү принциптарына 1064 хеҙмәткәр уҡыны, был төбәктәр араһында иң яҡшы күрһәткес.
Эксперттар оҙатыуы менән бергә, милли проектта ҡатнашыусылар федераль Сәнәғәт үҫеше фондынан 300 миллион һумға тиклем ташламалы займ алыу мөмкинлегенә лә эйә була.
– Әүҙем эшмәкәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Был бик мөһим йүнәлеш, шуға күрә йылдамлыҡты кәметмәгеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Мин проектта ҡатнашҡан предпритиеларға килгән саҡта уларҙағы яҡшы үҙгәрештәрҙе күрәм, был хатта биләмәне төҙөкләндереүгә лә ҡағыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: