Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Июль 2020, 11:25

Эш бында тиҙҙән тамамлана

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Баш ҡалалағы Академик Королев урамы буйлап Ю. Гагарин урамынан Маршал Жуков урамына тиклемге юл участкаһында атҡарылған ремонт эштәре тиҙҙән тамамланасаҡ.
Бөгөн ремонт эштәре яҡынса 27 мең квадрат метр майҙанда атҡарыла. Юлсылар ныҡлығы менән билдәле терпопластиктан горизонталь юл билдәһен һыҙған.
"Академик Королев урамы – Сипайлово биҫтәһенең иң мөһим транспорт йүнәлештәренең береһе, – ти баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәтендәге коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе Азат Хәкимов. – Эшселәр бында асфальт-бетон япманы тулыһынса алмаштырҙы, йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы ипкә килтерҙе".
Әйткәндәй, юлдарҙағы барған ремонт участкаларын Өфө ҡалаһы хакимиәте эшләгән Юлдарҙы ремонтлауҙың интерактив картаһында ҡарарға мөмкин: (https://www.ufacity.info/remontdor/).
Быйыл ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы дөйөм оҙонлоғо 20,85 километр һәм майҙаны 460000 квадрат метр тәшкил иткән 22 юл участкаһы ипкә килтереләсәк.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: