Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Июль 2020, 11:13

Әсәндә өр-яңы мәҙәниәт усағы буласаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дүртөйлө районының Әсән ауылында урындағы клубты реновациялау проекты тамаманыуға яҡынлаша. Барлыҡ яяңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Бинаға тулыһынса капиталь ремонт яһалғандан һуң, клубтың матди-техник базаһы ла яңыртыласаҡ һәм ул заман талаптарына яуап биргән мәҙәниәт усағына әүереләсәк.
Ғөмүмән, реновациялау бинаны тулыһынса үҙгәртеүҙе генә күҙалламай, ә киләсәктә ул ғаилә менән бергәләп ял итә торған урынға әйләнәсәк. Бында бейеү залы, түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, тренажерҙар залы, балалар өсөн уйын бүлмәһе булдырыу планлаштырыла. Барлыҡ эштәр өсөн республика һәм урындағы ҡаҙналарҙан 24 238,2 мең һум аҡса тотоноу ҡаралған.
Шулай уҡ, мәҙәниәт йорто базаһында яңы быуын китапханаһы ойошторола. Унда китап уҡырға яратыусылар заман мөмкинлектәре ярҙамында нәфис һәм фәнни йөкмәткеле яҙмалар, һанлы форматҡа күсерелгән матбуғат баҫмалары менән таныша аласаҡ. Китапхана киң һыҙатлы интернет менән тәьмин ителәсәк һәм “Милли электрон китаханаға” тоташтырласаҡ. Унан тыш, бында дискуссия клубтары, түңәрәктәр, консультация пункттары булдырыу ҙа күҙалана.
Моделле китапхана булдырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 7500,0 мең һум аҡса бүленгән.
Әлеге ваҡытта подрядчиктар ҡыйыҡ ябыу эштәрен тамамлаған, фасадты йылыталар, керомагранит менән тышлайҙар. Эске эштәр ҙә бара: балалар өсөн уйын бүлмәһе, тамашасылар залы һәм китапхана әҙер тиерлек, иҙән түшәргә һәм яҡтыртҡыстар элергә генә ҡалған. Төп эштәр август башына тамамланырға тейеш. 20 августа иһә китапхананы тапшырыу һәм уны йыһазландыра башлау планлаштырыла. 7,5 миллион һумыҡ ҡорамалдар һәм йыһаздар һатып алынған һәм үҙ сәғәтен көтә. Ә Әсәндәге заманса мәҙәниәт йортон ағымдағы йылдың сентябрь аҙағында асыу күҙаллана.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: