Был яңы ҡорамалдар сирлеләрҙе хирургия юлы менән дауалауҙа ышаныслы ярҙамсы буласаҡ. Төп үҙенсәлеге – модулле ятыу урыны, ул кеше кәүҙәһенең анатомияһына яраштырып эшләнгән, шуға күрә операция яһағанда еңеллек тыуҙырасаҡ. Ғөмүмән, конструкция пациент өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ул эш шарттарын яҡшыртасаҡ, тип аңлаттылар Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.