Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Июль 2020, 01:52

Ҡытайға ағас плитәләр оҙатылды

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандан Ҡытайға 21 контейнер ағас плитәләр оҙатылды, тип хәбәр итә Ветеринария һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы.
– Быйыл тәүге ярты йыллыҡта “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тарафынан Ҡытайға экспортҡа оҙатыу өсөн тәғәйенләнгән 44 мең кубометр ағас юнысҡыһынан торған плитәләр сертификацияланды. 1048 дана фитосанитар сертификат тултырылды. Партиялар "Россельхознадзор"ҙың Башҡортостан референт үҙәгендә тейешле тикшереү үтте. Фитосанитар тикшереү экспертизаһы һөҙөмтәһендә карантин организмдар табылманы, бөтә тейәлгән тауар импортты ҡабул иткән талаптарға яуап бирә, – тип яҙа ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Был республикала “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын ғәмәләгә ашырыу һөҙөмтәһендә тыуған хеҙмәттәшлектең емеше булып тора.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: