Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Июль 2020, 11:10

Стәрлетамаҡта милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын тикшереү өсөн муниципаль проект комитеты ултырышы үтте.
Бында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Йыһаншина, ҡала хакимиәте бүлектәре етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.
Быйыл Стәрлетамаҡ мәғариф, мәҙәниәт, торлаҡ һәм ҡала мөхите өлкәләренә бәйле милли проекттарҙа ҡатнаша. Ҡайһы бер проекттар буйынса йыл аҙағына тиклем тормошҡа ашырырлыҡ маҡсатлы күрһәткестәр бар.
Милли проекттар сиктәрендә башҡарылған эштәргә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ултырыш барышында ла бүлек етәкселәре ошоға тиклем эшләнгән эштәргә һөҙөмтә яһап, милли проекттар сиктәрендә башҡарылған эштәрҙең үтәлеүе, пандемияға бәйле килеп тыуған хәүефтәр һәм уларҙы бөтөрөү саралары тураһында һөйләнеләр. Һөҙөмтә шуны күрһәтә: милли проекттар сиктәрендә башҡарылған эштәр һәр саҡ контролдә тотола.
Читайте нас: