Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Июль 2020, 18:57

Танымай ҙа торорһоғоҙ әле!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Өфөләге гөж килеп торған Ибраһимов бульварын ремонтлау эшенә тотонасаҡтар. Әйтеүҙәренсә, урамдың файҙаланыу ресурсы бөткән, әле насар хәлдә, заманса үҙгәрештәр талап итә.
Ҡала хакимиәте етәкселәре билдәләүенсә, юл-ремонт эштәре һәр саҡ халыҡҡа ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, шуға күрә өфөләрҙең хәлде аңлап ҡабул итеүҙәре кәрәк. Әле урамды капиталь ремонтлау буйынса дәүләт экспертизаһы үткәрелә, август-сентябрь айҙарында ремонт эшенә тотонорға тейештәр.
Өфөлә, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, әле Мәжит Ғафури урамын ремонтлау дауам итә. Тротуарҙар ҙа тәртипкә килтереләсәк. Мэрия мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл баш ҡалала 22 юл участкаһын ремонтлаясаҡтар. Бөтә был эштәр Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” миии проектына ярашлы башҡарыла.


Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: