Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июль 2020, 10:57

Стәрлетамаҡ юлдары матурая

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Стәрлетамаҡ районында алты юл участкаһы ипкә килтереләсәк.
Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә атҡарыласаҡ. Яҡын арала подрядсы ойошма Северная ауылына ингән урында ремонт эштәрен тамамлаясаҡ. Эште Юл хужалығы идаралығының техник күҙәтеү комиссияһы ҡабул итәсәк. Өҫтәүенә килешеүгә ярашлы, гарантия ваҡыты билдәләнгән, йәғни ойошма ремонт эштәрен сифатһыҙ башҡарһа, ҡайтанан ул юлды ипкә килтерергә һәм бер нисә йыл рәттән ошо юл участкаһын хеҙмәтләндерергә тейеш.
Шулай итеп, федераль аҡсаға Стәрлетамаҡ районында тағы Заливной ауылына ингән ер, Уҫылыбаш ауылынан Стәрлетамаҡ – Раевка трассаһына тиклемге участка һәм Преображеновка – Ҡунаҡбай юлы ипкә килтереләсәк.
Фото: республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: