Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июль 2020, 11:10

Радий Хәбиров: “Эшкә ыңғай ҡарашты юғалтмайбыҙ”

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Аналитика үҙәге етәксеһе Константин Калинин менән осрашты. Яҡтар төбәк менән үҙәктең үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре буйынса фекер алышты.
Республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға мониторинг, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау, яңы технологияларҙы стратегик планлаштырыу һәм үҫтереү өсөн мәғлүмәти, эксперт-аналитика, консультация ярҙамы күрһәтеү, дәүләт идараһының һөҙөмтәлелеген тикшереү һәм башҡалар хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен тәшкил итәсәк.
2017 йылдың апреленән Аналитика үҙәге менән Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү тормошҡа ашырыла.
– Милли проекттар буйынса эш, дөйөм алғанда, яҡшы бара, әммә “ҡыҙыл зона”лар ҙа юҡ түгел, – тине Радий Хәбиров. – Ундайҙарға иң элек тыуым инә, шул уҡ ваҡытта был йәһәттән дә билдәле бер үҫеш бар. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ситкә ташыу буйынса эш алып барабыҙ. Торлаҡ төҙөү йәһәтенән бер аҙ ҡыйынлыҡ бар, әммә планды үтәрбеҙ, тип уйлайым. Инвестиция буйынса күрһәткестәр яҡшы. Был юҫыҡта ҙур ҡеүәткә эйәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус төҙәтмәләрен индерҙе, билде ҡыҫыбыраҡ быуырға тура килде. Шулай ҙа эшкә ыңғай ҡарашты юғалтмайбыҙ.
Константин Калинин, пандемия бөтә ил өсөн етди һынау булды, тип билдәләне. Ул хәлдең эҙемтәләрен еңеләйтеү йәһәтенән Башҡортостан власының тырышлығын юғары баһаланы.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: