“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, республикабыҙ дауаханалары яңы аппараттар менән тулылана. Оҙаҡламай Өфөләге Ашығыс медицина ярҙамы, 21-се ҡала дауаханалары, Октябрьскийҙағы 1-се һәм Сибай, Нефтекама ҡала дауаханалары медицина ҡорамалдары аласаҡ.
Федераль бюджет средстволары иҫәбенә 13 берәмек ҡорамал, шул иҫәптән алты юғары технологиялы - ике МРТ аппараты, бер КТ, ике ангиограф алынасаҡ. Июнь башында ун берәмек ҡорамал алыуға алты дәүләт контракты төҙөлгән. Республика бюджеты средстволары иҫәбенә 187 берәмек реабилитация ҡорамалдары алыу планлаштырыла.
Быйыл йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалау буйынса төбәк проектын тормошҡа ашырыуға 861,69 миллион һум аҡса бүленгән.