Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июнь 2020, 01:14

Һабансыға юл булды!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ауырғазы районының Батыр ауыл биләмәһендә бик тә әһәмиәтле ваҡиға тормошҡа ашҡан: урман араһында урынлашҡан Һабансы ауылына юл һалынған.
Был бәләкәй генә тораҡ пунктҡа бығаса барып етеү еңелдән булмаған, яҙлы-көҙлө осорҙо әйтеп тораһы ла түгел: берҙән-бер юл тигәне ҡаршылыҡтар һыҙатына әүерелгән.
Ауылда даими рәүештә ике ғаилә йәшәй. Улар ярҙам һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Унда иһә граждандарҙың үтенесенә ҡолаҡ һалып, Һабансыға юл төҙөүҙе планға индергәндәр.
Шулай итеп, ауылға тиклем һәм ауыл эсендәге 3,5 километр юлға ҡом-ҡырсын ҡатнашмаһы һипкәндәр. Урындағы ҡаҙна бының өсөн 1,2 миллион һум аҡса бүлгән. Киләсәктә лә юлды ҡарап, тәртиптә тотасаҡтар.
“Кешеләр ябай, әммә үтеп булырлыҡ юл тураһында хыяллана ине. Район хакимиәте ошо үтенесте иғтибарға алып, бәләкәй ауыл кешеләренә ярҙам иткәненә шатбыҙ. Әлегә Һабансыла ике ғаилә генә көн итһә лә, унда шәхси төҙөлөш өсөн участкалар бүленә. Йыраҡ түгел матур быуа урынлашҡан. Юл барлыҡҡа килеү менән ауыл тормошо ла йәнләнер, кешеләр күбәйер, быуаға барыусылар ҙа табылыр, тип уйлайым”, – тип фекерҙәре менән бүлеште Батыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Флүр Дәминов.
Ғөмүмән, республикала ошо йүнәлештә тормошҡа ашырылған бөтә ыңғай үҙгәрештәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарында ҡаралған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән саралар булып тора.
Фото рәсми сығанаҡтан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: