Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Июнь 2020, 11:08

Малаяҙҙа спорт һөйөүселәр артыр

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында спорт майҙансығын йыһазландырыу эштәре тамамланды. ГТО нормативтары тапшырыуға ҡулайлаштырылған ҡорамалдар “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк милли проектына ярашлы алынған.
Комплект бихисап ҡорамалдарҙан – турник, урам тренажерҙары, швед диуарҙары, гимнастика эскәмйәһе, туп ташлау өсөн сәптәр һәм башҡа әйберҙәрҙән тора. Майҙансыҡ резина япма менән көпләнгән. Ултырып ял итеү өсөн уңайлы эскәмйәләр, ҡорамалдарҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында видеокүҙәтеү ҡуйылған. Спорт майҙансығы әле үк балалы ғаиләләрҙең, йәштәрҙең яратҡан ял урынына әйләнә бара.
– Районыбыҙҙа социаль әһәмиәтле объекттар төҙөү әүҙем алып барыла, - ти район хакимиәте башлығы Марс Кашапов. – Йыл башында Малаяҙҙа балалар баҡсаһы асылды. Әле Лаҡлы ауылында мәктәп һәм балалар баҡсаһы, Янғантауҙа балалар баҡсаһы төҙөлөшө дауам итә. Яҡын киләсәктә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө башларға иҫәп тотабыҙ.
Малаяҙ ауылындағы мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү былтыр башланған. Әле килеп бында спорт ҡорамалдары урынлаштырыу халыҡты, айырыуса балалары менән ял итергә яратҡан ғаиләләрҙе, йәштәрҙе күпләп йәлеп итәсәк, ти район етәкселеге. Әйткәндәй, Салауат районы спорт йәһәтенән республикала яҡшы күрһәткестәргә эйә. Яңы спорт майҙансығы был йәһәттән уңыштарҙы тағы ла арттырырға булышлыҡ итер, төбәктә сәләмәт тормош алып барыусылар, спорт яратыусылар артыр, тип юрайыҡ.
Фото: Салауат районы хакимиәте.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
  • Читайте нас: