Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июнь 2020, 11:25

Байрамдар матур ерҙә үтәсәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите” программаһы нигеҙендә Октябрьский ҡалаһында быйыл өс йәмәғәт биләмәһе, атап әйткәндә, 20-се мәктәп янындағы сквер, Төньяҡ урамындағы сквер һәм “Нефтсе” паркы төҙөкләндерелә.
Төньяҡ урамындағы скверҙа эш тамамланған тиерлек. Бында асфальт түшәлгән яңы юлдар, туҡталҡалар, заманса яҡтыртҡыстар, уңайлы эскәмйәләр барлыҡҡа килгән. Халыҡтың үтенесе буйынса эттәр менән йөрөү майҙансыҡтары булдырылған. Биҫтә халҡы эште ситтән генә күҙәтеп тормаған, унда туранан-тура ҡатнашҡан, проектҡа тап килеү-килмәүен баһалаған. Мәҫәлән, был аҙнала подряд ойошмаһы пандустарҙы һалыуҙағы етешһеҙлекте төҙәтте. Әле юлға тамға һалырға, бетон ярымсфераларҙы ҡуйырға ҡалған. Көҙгә ағас ултыртырға ниәтләйҙәр.
“Нефтсе” паркы Октбярьскийға нигеҙ һалынған осорҙа барлыҡҡа килгән. Бында күмәк мәҙәни саралар уҙғарыла. Быйыл парк яңы һулыш ала. Төҙөүселәр иҫке бордюрҙарҙы алмаштырған, яҡтыртҡыстар ҡуйған, газондарҙы төҙөкләндергән, таш түшәй башлаған.
34-се биҫтәләге 20-се мәктәп янындағы биләмә былтыр сентябрҙә ойошторолған тауыш биреү барышында күпселек тауышты яуланы. Биҫтә халҡы ошондай ял майҙансығына күптән мохтажлыҡ кисерә ине. Ниһайәт, уларҙың хыялы тормошҡа аша. Бында йәшел зона, балалар, спорт һәм воркаут майҙансыҡтары, йүгереү һәм велосипед юлдары, арт-объекттар барлыҡҡа киләсәк.
Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндергәндә тотонолмай ҡалған аҡсаға парктарҙы һәм скверҙарҙы биҙәү өсөн топиарий-һындар һатып алынған.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: