Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июнь 2020, 16:30

Еҙемдә урман яна

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 1-4 класлы янғын хәүефе тора, ә Хәйбулла районында ул 5-се кимәлдә баһалана.
Республика урмандарында 20 апрелдән 11 июнгә тиклем бөтәһе 19 янғын теркәлгән, шул иҫәптән 17 осраҡта кешеләр сәбәпсе, икәүһе йәшен һөҙөмтәһендә сыҡҡан. Барлығы 117,6 гектар майҙандағы урман биләмәһе зыян күргән.
Кисәнән бирле Еҙем участка урмансылығында бер гектар майҙандағы урман яна. Уны һүндереүгә 23 кеше һәм дүрт техника йәлеп ителгән. Ут сығыуҙа кеше ғәйепле.
Кисә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов рәйеслегендә урмандарҙа янғын сығыу хәүефе юғары булыуға бәйле иҫкәртеү һәм һүндереү саралары тураһында онлайн-кәңәшмә уҙҙы.
– Әле урман янғындары буйынса күрһәткес былтырғы йылға ҡарағанда кәм, һан йәһәтенән дә, майҙан буйынса ла. Әммә көндәрҙең ҡоро тороуы ҡурҡыныс тыуҙыра, Хәйбулла районында 5-се класс янғын хәүефе һаҡлана. Утты иҫкәртеү саралары күрелмәүе, уның ваҡытында асыҡланмауы янғын майҙандарының күпкә артыуына килтерә, был иһә уны һүндереүгә лә сығымдарҙы арттыра, – тине Илшат Илдус улы.
Былтыр ошо мәлгә ҡарата 112 янғын теркәлгән булған, уларҙа 1518 гектар майҙандағы урман зыян күргән. Урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов белдереүенсә, республика өсөн сиктәш Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре лә хәүеф тыуҙыра.
– Дәүләт урман инспекторҙары йыл башынан урманға 13 мең тапҡыр патруллек итеүгә сыҡты, уларҙың биш меңгә яҡыны 20 апрелдән бөгөнгәсә тура килә. Был саралар барышында янғын хәүефһеҙлеген боҙоуҙың 138 осраҡ асыҡланды, йәғни бөтәһе 292,8 мең һум күләмендә штраф һалынды. Әлеге ваҡытта 61 административ эш ҡарауҙа, – имне урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев.
“Урман янғыны үҙәге” учреждениеһы етәксеһе Айрат Йосопов белдереүенсә, “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә урман янғыны станциялары әлеге көндә 91,7 процентҡа патруллек итеү һәм янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин ителгән, 2020 йылға тиклем 100 процентҡа еткереләсәк.
Әйткәндәй, урман янғынын күргән осраҡта Урман һағының Берҙәм бушлай һандарына – 8-800-100-94-00, министрлыҡтың Төбәк диспетчер хеҙмәтенә (347) 218-14-14 шылтыратыуығыҙ һорала.
Урманда һаҡ булығыҙ, ут менән булышмағыҙ!
Фото Башҡортостан Урман хужалығы сайтынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас в