Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Июнь 2020, 16:28

Ауыл клубтары балҡып саҡырып торасаҡ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Белорет районы мәҙәниәт йорто ҡарамағында 39 филиал иҫәпләнә. Бында ауыл халҡының көнкүрешен йәмләгән, төрлө яҡлап үҫешергә, һәләттәрен асырға булышлыҡ иткән мәҙәни усаҡтарҙың матди-техник торошона, уларҙың тышҡы йөҙөнә ҙур иғтибар бирергә тырышалар.
Әлеге көндә Сосновка ауылындағы мәҙәниәт йортонда ҙур ремонт эштәре бара. Был эштәр Рәсәй Президентының май указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проектына ярашлы башҡарыла. Әлеге милли проектҡа ярашлы ремонт эштәренә өс миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуның 600 мең һумына музыка, яҡтыртыу ҡорамалдары алынған.
“Төҙөкләндереү эштәренең бер өлөшө урындағы бюджет иҫәбенә башҡарыла. Көҙгөлөккә Сосновка халҡы яңы төҫ алған мәҙәни усаҡҡа эйә буласаҡ. Бынан тыш, үҙебеҙҙең көс менән Шығай ауылындағы мәҙәниәт йортоноң инеү урыны яңыртылды”, - тип хәл-әхүәлдәре менән таныштырҙы райондың мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ирек Иҫәнғужин.
Белореттар милли проекттарға таянып, киләсәктә лә оло эштәрҙе ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Йөйәк, Тирлән, Асы ауылдарында яңы мәҙәниәт йорттары төҙөү планға алынған. Тик донъялағы һәм илдәге хәл-торош уй-ниәттәргә аҙыраҡ үҙгәреш индергән. Асылағы төҙөлөш 2022 йылда башланырға тейеш, ә Йөйәктәге мәҙәни үҙәк төҙөлөшө 2023 йылға күсерелгән.

Фото: inzer-rdk.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: