Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Июнь 2020, 11:03

Юлдар төҙөү ауыр булһа булһын...

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә 2017 йылдан алып “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты тормошҡа ашырыла. Өс йыл эсендә урам-юл селтәренең 112 участкаһы тәртипкә килтерелде.
Быйыл юл төҙөү миҙгелендә баш ҡалала 22 участка төҙөкләндереләсәк. Өҫтәүенә, милли проектҡа ярашлы, биш участкала светофорҙар ҡуйыласаҡ. Трамвай һәм Адмирал Макаров, Аксаков һәм Свердлов, Рәсәй һәм Төньяҡ үтеү юлы, 1 Май һәм Маяковский урамдары киҫелешендә, Мәжит Ғафури урамындағы 4-се йорт эргәһендә светофорҙар ҡуйылыуы юл йөрөүселәр өсөн уңайлыҡ тыуҙырасаҡ.
Юл аша сығыу урындарында бейек булмаған 1200 погон метр оҙонлоғондағы тимер кәртәләр ҡуйыу йәйәүлеләрҙе машиналар аҫтында ҡалыуҙан һаҡлаясаҡ, тәртип булдырасаҡ. Был эш йәйге миҙгелдә тамамланырға тейеш.
Юлдар төҙөлөшө ауыр, ҙур хеҙмәт талап итә, кешеләр хәүефһеҙлеге, именлеге туранан-тура уның сифатына бәйләнгән. Бөтә был саралар өфөләрҙең бәлә-ҡазаға юлығыуын кәметер, юл йөрөү хәүефһеҙлеген тәьмин итер, тип уйлайбыҙ.


Фото: Өфө ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: