Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Июнь 2020, 14:11

Коронавирус кәртә була алмай

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Быйыл республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 5,6 миллиард һум аҡса бүленеү күҙаллана, шул иҫәптән 4 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Был хаҡта төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдерә.
Мәҫәлән, “Беренсел медико-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә ФАП-тарҙы лицензиялау процедураһы тамамланған һәм пациенттарҙың һаулығын диспансер шарттарында күҙәтеү эше әүҙемлештереләсәк. Был дистанциялы (телемедицина) консультацияларҙы, коммуникацияның төрлө мөмкинлектрен (телефондан шылтыратыу, sms-хәбәр һәм башҡа ысулдар) күҙаллай.
Унан тыш хроник сирле пациенттарға дауалау препараттарына рецептарҙы мөмкин тиклем оҙайлы ваҡытҡа яҙыу, уларҙы дистанцияла тултырыу һәм өйгә тиклем алып барыу мөмкинлектәре лә тормошҡа ашырыласаҡ. Быйыл ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн 422 миллион һум тотоноласаҡ.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һәм табип амбулаторияларына килгәндә, быйыл республикала авария хәлендәге 72 ошондай учреждение яңыртыласаҡ. Федераль ҡаҙна иҫәбенә 60 модулле ФАП һатып алыу ҡаралған, шул иҫәптән уларҙың өсәүһе – экономияланған саралар иҫәбенә. 15 фельдшер-акушерлыҡ пункты республика иҫәбенә сафҡа индереләсәк. Әлеге ваҡытта свайлы нигеҙ төҙөү эштәре һәм модулле конструкцияларҙы йыйыу эштәре башланған да инде.
Проект сиктәрендә тағы ла бер мөһим йүнәлеш бар – 2024 йылға тиклем Санитар авиацияны үҫтереү стратегияһын раҫлау. Әлеге ваҡытта был проект эшләнгән һәм Башҡортостан Хөкүмәтендә раҫланыуҙы көтә. Ә федераль саралар иҫәбенә санавиация транспорты ағымдағы йылдың икенсе яртыһынан оса башлаясаҡ, кисекмәҫтән медицина ярҙамы талап ителгән пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу һәм сәләмәтлеген хәстәрләү йәһәтенән, киң мөмкинлектәр бирәсәк. Ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан өҫтәмә рәүештә 38,5 миллион һум аҡса бүленгән.
Фото: cdn.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: