“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнап, "Музейҙар – балаларға" исеме аҫтында байрам саралары ойошторҙо. Музейҙың төрлө район-ҡалаларында урынлашҡан филиалдарында ла байрам күренештәре үтте.
Байрам саралары иртәнсәк совет осорондағы ҡотлау, почта открыткаларын тәҡдим иткән “Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө” күргәҙмәһенән башланып китте. Артабан Милли музейҙың Ютуб-каналында “Ватан батырҙарына бағышлана...” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Был һүрәттәр конкурсы 2020 йылдың башында иғлан ителеп, меңдән ашыу балалар ижады өлгөһөн йыйған.
Көн төшкә ауышҡанда кескәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәресе үтте, бында балалар һәм ата-әсәләр ҡурсаҡ уйындары менән танышты. “Совет уйынсыҡтары донъяһы” викторинаһы ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы һорауҙар, музейҙың уйынсыҡтар коллекцияһы менән танышыу тәҡдим итте. “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” оҫталыҡ дәресендә балалар һәм ололар бәпембәнең һары сәскәләренән гербарий-гөлләмә эшләргә өйрәнде.
Милли музей “Башҡорт түшелдереге” оҫталыҡ дәресен дә тәҡдим итте, был сарала ҡатнашыусылар башҡорт ҡатын-ҡыҙы милли кейеменең айырылғыһыҙ өлөшө булып торған түшелдеректе эшләү серҙәренә төшөндө, Милли музейҙағы өлгө буйынса пластилиндан түшелдерек эшләне.
Фото: #музеидетямРБ хэштегы буйынса фотоларҙы ҡулланып, автор коллажы