Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июнь 2020, 11:16

Сәнғәт мәктәбе яңы ҡорамалдарға байыны

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Әбйәлил районы үҙәге Асҡар ауылындағы Балалар сәнғәт мәктәбе матди-техник базаһын тулыландырыуға өлгәште. Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ғәмәлгә ашырылған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, бында компьютер, ноутбук, музыкаль ҡорамалдар һәм уҡыу әсбаптары алынған. Улар мәктәп коллективына заманса белем биреү даирәһен киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Ошо көндәрҙә Асҡар балалар сәнғәт мәктәбендә республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова булды. Мәктәп директоры Гүзәл Ниязғолова эшмәкәрлектәре менән таныштырып, яңы алынған ҡорамалдарҙың ғәмәлдә ҡулланылыуын күрһәтте.
- “Мәҙәниәт” милли проектының емештәрен үҙ өлгөбөҙҙә татып ҡыуанабыҙ. Мәҫәлән, концерт залына проекторлы экран ҡуйыуға өлгәштек. Хәҙер беҙҙең балалар мультимедиалы автор ҡулланмаларын үҙләштерә, тестар һәм конроль эштәр башҡара ала. Проектор дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ итеп ойоштороуға мөмкинлек бирҙе. Шулай уҡ “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы алынған интерактив таҡта ла уҡытыусыларҙың эшендә ҙур ярҙамсы буласаҡ, - ти Гүзәл Әсләм ҡыҙы.
Әле һатып алынған музыкаль ҡоралдар, тауыш акустик системаһы һәм рәсем төшөрөү өсөн тәғәйен мольберттар ошо көндәрҙә урынлаштырыласаҡ. Декабрь айында мәктәп етәкселеге баян һәм думбыралар алыуға иҫәп тота.
Фото: mgazeta.com
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: