Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Май 2020, 21:44

Өс йүнсел тәҡдимдәре менән уртаҡлашты

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә өс эшҡыуар үҙҙәренең инвестиция проекттарын һәм идеяларын тәҡдим итте.
“Үҙәк йылытыу системаларының локаль селтәрҙәрендә болғатыу насостары урынлаштырыу” проекты дистанцияла ҡаралды. “Алтын плюс” йәмғиәте был ҡоролмаларҙы экономия маҡсатында Белорет ҡалаһы муниципаль учреждениеларының үҙәк йылытыу системаларына урынлаштырырға тәҡдим итә. Проект 30 объектта тормошҡа ашырылған осраҡта, инвестор ҡалала үҙ филиалын асырға ниәтләй. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта тәҡдимдең ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын белдерҙе.
Икенсе инвестор ҡалала төҙөлөш тауарҙары магазинын төҙөргә уйлай. Проект уңышлы ғәмәлгә ашырылған осраҡта, башта - ете, һуңынан 20 эш урыны булдырырға күҙаллай.
“Техник киндер үҫтереү һәм эшкәртеү буйынса ферма” тип аталған өсөнсө проект элекке "Верхнебельский" колхозы ерҙәрен тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Инвестор туҡыма, орлоҡ, төҙөлөш материалдарын етештереү менән бер рәттән, туризм өлкәһен үҫтереүҙе лә ниәт итә.
Эшҡыуарҙарға район өсөн мөһим проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәштәр бирелде, тәҡдимдәр әйтелде.
Фото: Белорет хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: