Хәйбулла районының Бүребай ауылында йылдар дауамында төп проблемаларҙың береһе булып эсәр һыуға ҡытлыҡ тора. Ауыл халҡына рәхәтләнеп баҡса үҫтерергә, йәшелсәселек менән шөғөлләнергә хыялланырға ғына ҡала. Шуға күрә был мәсьәләне хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған комбинат үткән йылда ваҡытлыса схема буйынса Һамар һыу ятҡылығынан үткәргес һуҙып, йәйге осорҙа Бүребайҙы һыу менән тәьмин итеү буйынса көсөргәнешлекте кәметә.
Быйыл иһә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Рөстәм Аблаев “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ваҡытлыса тип һуҙылған трасса урынына капиталь һыу үткәргес һалырға ҡарар итә. Сәнәғәт предприятиеһы иҫәбенә һәм көсөнә Бүребайға өҫтәмә эсәр һыу биреү өсөн Һамар ятҡылығынан капиталь һыу үткәргес һалыу эштәре башланған. Бүребайға тиклем 3,5 саҡрымда полиэтилен торбалар һалынасаҡ.
Хәйбулла электр селтәре хеҙмәткәрҙәре бер үк ваҡытта электр үткәргестәрен монтажлау эшен алып бара. Был эштәрҙең барыһын да ағымдағы йылдың йәй башына тамамлау ҡаралған.
Фото: "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" сайтынан.