Ауырғазы районында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү эше уңышлы алып барыла.
Былтыр декабрҙә Степановка ауылында тәүге модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын тантаналы асҡайнылар. Әле “Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше” программаһы буйынса Таштамаҡ һәм Ҡорманай ауылдарында тағы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Был объекттар июнь аҙағында тапшырылыр тип көтөлә.
"Фельдшер-акушерлыҡ пунктының төҙөлөшө – ауыл халҡы өсөн бик ҡыуаныслы хәл. Уның асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, – ти райондың Таштамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Минсара Федорова. – Медицина учреждениеһының элекке бинаһы бик иҫке, үткән быуаттың 70-се йылдарында сафҡа ингән. Хәҙер иһә ауыл халҡы өсөн яҡты, йылы, уңайлы, бар санитар талаптарға яуап биргән, кәрәкле инструменттар һәм ҡоролмалар менән тәьмин ителгән, пациенттарҙы фельдшерҙар ғына түгел, табиптарҙың мобиль бригадаһы ла ҡабул итә алған фельдшер-акушерлыҡ бинаһы буласаҡ.
Яңы ФАП өс ауыл халҡын – бер меңгә яҡын кешене – хеҙмәтләндерәсәк. Улар араһында 18 йәшкә тиклемге балалар күп.
Өршәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәмил Абдрахмановтың белдереүенсә, был бинала элек хатта колхоз идараһы урынлашҡан. “Яңы ФАП-ты халыҡ ысын дауахана кеүек ҡабул итә һәм уның асылыуын көтә”, – тип белдергән ул. Был эштәр барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Демография” милли проекты нигеҙендә атҡарыла.