“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡаралған мәсьәләләр ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә арналды.
Кәңәшмәлә һыйыр малы, йылҡы үрсетеү һәм умартасылыҡты үҫтереү буйынса ете проект ҡаралды. Инвесторҙарҙың барыһы ла техника һатып алыу, етештереүҙе киңәйтеү маҡсатында Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының “Агростартап” программаһында ҡатнашыу теләген белдерҙе. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу ауыл ерендә яңы эш урындарын булдырырға булышлыҡ итәсәк.
Белорет мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре тарафынан инвесторҙарға бизнес-план төҙөүҙә ярҙам күрһәтелгән. Программала ҡатнашыу өсөн проект документациялары ла тулыһынса әҙер. Эшҡыуарҙарға район өсөн мөһим проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу буйынса кәңәштәр бирелде, тәҡдимдәр әйтелде.
Фото Белорет хакимиәте сайтынан.