Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Май 2020, 11:02

Яугир баҡсаһында ағас ултырттылар

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана #СадПамятиДома

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Архангел урмансылығы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Гаврилович Ащеуловты ҡотлап, уның баҡсаһында ағас ултыртты.
– Халҡыбыҙ ҡаһарманлығын бер ваҡытты ла онотмаясаҡбыҙ һәм Бөйөк Ватан һуғышының һәр батырын хөрмәт менән иҫкә аласаҡбыҙ. Һуғыш тураһында ейәндәребеҙгә дөрөҫ хәҡиҡәтте еткерәсәкбеҙ, – ти Архангел урман хужалығы директоры Леонид Семенчук.
Әйткәндәй, Архангел урмансылары Советтар Союзы Геройҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса ла эш алып бара. Улар Советтар Союзы Геройы Алексей Нестерович Калганов, Тимофей Александрович Саевич иҫтәлегенә ҡарағай үҫентеләрен ултыртып, баннерҙар ҡуйҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрөбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "Рәсәй Федерацияһында Хәтер һәм дан йылын үткәреү тураһында"ғы указына ярашлы, мартта “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы старт алды. Уның маҡсаты – Бѳйѳк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион ватандашыбыҙ хѳрмәтенә 27 миллион тѳп ағас ултыртыу. Был эш “Экология” милли проектын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән башҡарыла.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: