Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Апрель 2020, 11:41

Эльвира Шрайнер фестивалгә саҡыра

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Мәҙәниәт” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 4-5 июлдә Өфөлә “ЛайфСтайлСинема” халыҡ-ара кинофестивале уҙғарыла. Сараның ойоштороусыһы – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм кино актрисаһы, режиссер, продюсер Эльвира Шрайнер.
“Был яңы майҙансыҡта һәр кеше үҙенең һәләттәрен тормошҡа ашыра, проекттары менән таныштыра, кино өлкәһендәге эштәрен башҡарыу өсөн бағыусылар, партнерҙар эҙләй ала”, – тине Эльвира Шрайнер.
Фестивалдә профессиональ, шулай уҡ һәүәҫкәр кинематографсылар, бойондороҡһоҙ киностудиялар, йәштәр һәм мәктәп кино- һәм видеостудиялары, кино-видео сәнғәте менән шөғөлләнгән кешеләр, йәмәғәт эшмәкәрлеге өлкәһендәге коммерцияға ҡарамаған һәм муниципаль ойошмалар, студенттар ҡатнаша ала.
Сара программаһына конкурс һәм конкурстан тыш саралар, махсус ретроспектив тапшырыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар инә. Ҡатнашыуға ҡаризалар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: