Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
31 Март 2020, 11:12

Бригадалар эшкә йомғаҡ яһаны

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республиканың күсмә табиптар бригадалары көҙҙән алып февраль аҙағына тиклем 18 ауыл-ҡалала пациенттарҙы ҡабул итте. Март аҙағында бригада Благовещен ҡалаһында эшен тамамланы.
Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив кәңәшмәһендә өлкәндәргә медицина ярҙамы күрһәтеү бүлеге начальнигы Елена Ғәлимуллина белдерҙе. Барлығы 5377 кеше тикшеренеү үткән. 1368 пациент өҫтәмә тикшеренеүгә ебәрелгән, 315-е стационарға урынлаштырылған.
Юғары технологик ярҙамды 261 кеше алған, ә 135 пациент алдында диагнозды асыҡлау бурысы тора. Бригадалар составында тар белгестәрҙең, атап әйткәндә, нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гастроэнтерологтарҙың булыуы халыҡтың тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырған. Бындай күсмә бригадаларҙың тағы ла килеүенә улар өмөт өҙмәй.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: