Республика Башлығы Радий Хәбировтың төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы мөхит булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында кесаҙна һайын “Инвестиция сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла. Был башланғыс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстарына ярашлы атҡарыла.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Борис Мелкоедов менән үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә “Йорт йыһаздарын эшләү өсөн ағас эшкәртеү производствоһын асыу” проекты ҡаралды. Проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты йыл ярымға иҫәпләнгән.
Инвесторҙың фекерен тыңлағандан һуң, район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙарына эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдарын барларға, уны ентекле өйрәнергә һәм хәл итеү юлдарын табыу бурысын ҡуйҙы.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.