Белорет районында 140 урынға иҫәпләнгән ике балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Райондың ҙур, йәштәр күпләп төпләнгән Инйәр һәм Абҙаҡ ауылдары халҡы был социаль объекттарҙың асылыуын күптән көтә ине. Ниһайәт, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса бойомға ашырылған “Демография” милли проекты был ауылдарҙа йәшәгән ата-әсәләрҙең күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итте.
– Абҙаҡ ауылы тарихында – был беренсе балалар баҡсаһы. Объекттың дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метр тәшкил итә. Әле Абҙаҡ балалар баҡсаһына 1,5 йәштән 6,5 йәшкә тиклемге 141 бала яҙылған. Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн сират юҡ. Инйәр ауылында быға тиклем ике балалар баҡсаһы булһа ла, әлегәсә өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге 150 бала сиратта тора ине. Яңы балалар баҡсаһының сафҡа индерелеүе был мәсьәләне хәл итте. Инйәрҙәге балалар баҡсаһының да дөйөм майҙаны 2 мең квадрат метрға тиң, – тип белдерҙе балалар баҡсаһы төҙөлөшөнөң дәүләт заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта белдереүенсә, ике объекттың сафҡа индерелеүе районда 34 яңы эш урыны барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән. Балалар баҡсаларында физик йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн логопед, физик тәрбиә буйынса инструктор эшләйәсәк. Ике ҡатлы балалар баҡсаһы биналарында заманса шарттар һәм бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Балалар баҡсаларын асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, подрядсы ойошмалар, тәрбиәселәр ҡатнашты.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.