Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Март 2020, 14:12

Эшҡыуарлыҡ — иҡтисадтың нигеҙе

Мишкә районында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы район үҙәгендә тәүге коворкинг үҙәге асылды.

Был үҙәктең етәксеһе – эшҡыуар, “Адель” магазины хужабикәһе Гөлнара Фәйзелғаян ҡыҙы Карамова. Коворкинг үҙәге үҙ эшен башлаусы эшҡыуарҙар өсөн старт майҙансығы. Бында юғары тиҙлектәге Интернет селтәренә тоташыу мөмкинселеге булған эш урындары асылған. Теләге булған кешегә бер нисә сәғәттән алып айға тиклем бөтә уңайлыҡтары булған ошо урындарҙы ҡуртымға алыу мөмкинселеге бар. Был үҙәктә бизнес-тренингтар, форумдар һәм башҡа ошоноң һымаҡ саралар үткәреү күҙаллана.
Коворкинг үҙәген асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү үҙәге етәксеһе Рөстәм Зөбәйеров, “Минең бизнес” үҙәге консультанты Глеб Абдуллин, район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ, инвестициялар һәм иҡтисад эштәре буйынса урынбаҫары Динар Мортазин ҡатнашты.
— Һуңғы ваҡытта коворкинг үҙәктәре популярлыҡ яуланы. Күп кеше хәҙер үҙ бизнесын өй шарттарында алып бара. Тап улар өсөн бындай үҙәктәр бик уңайлы. Беҙҙең үҙәк бар кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән, уңайлыҡтар булдырылған. Бушлай юғары тиҙлектәге wi-fi менән ҡулланыу мөмкинлеге бар. Ял итеү һәм балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ла булдырылған, — ти Гөлнара Карамова.
Ысынлап та, һәр нәмә уйланылып эшләнгән бында. Әйтеп үтергә кәрәк, хатта аш-һыу бүлмәһе лә булдырылған. Кәңәшмә ваҡыттарында ял итеп, ҡапҡылап алырға мөмкин.
Райондың иҡтисади үҫешенә коворкинг үҙәге үҙенең өлөшөн индерер, бәләкәй эшҡыуарлыҡ артыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Үҙәкте асҡандан һуң район хакимиәте бинаһында эшҡыуарҙар өсөн ҙур кәңәшмә уҙғарылды. Сарала райондың иҡтисади торошо ҡаралды, 2019 йылға йомғаҡ яһалды, пландар ҡоролдо. Кәңәшмә бик йәнле барҙы, төрлө тәҡдимдәр яңғыраны. Теләүселәр шәхсән консультация алды.
Читайте нас: