Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Март 2020, 11:03

Тауарҙы тиҙ эшләгән уҙа, һүлпәндеке ятып туҙа

Икенсе йыл инде тормошҡа ашырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты тураһында ишеткәндә йәки уҡығанда Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булған бер хәл иҫкә төшә. “Нисек беҙҙә, совет предприятиеһында?” – тип һорайбыҙ автолинияны ҡорорға килгән американдарҙан. Йәнәһе, күрәләрме икән беҙҙең иркен йөрөгәнде, мастерҙың күрһәтмәһен үтәү мотлаҡ булмауын, үткәргес ватыла ҡалғанда, тыштағы эскәмйәлә гәп һатып ултырыуыбыҙҙы. Ни тиһәң дә, эшселәр синыфына ҡарата рәхимһеҙ булған капитализм ҡоролошо түгел. Сит ил инженеры шулай тип яуап бирҙе: “Һеҙҙең заводтағы эш мәле беҙҙең предприятиелағы төшкө тәнәфесте хәтерләтә”. Бындай шарттарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген алдынғы илдәр кимәленә саҡлы күтәреү ни бары сәйәси лозунг булып ҡына ҡала ине.


“Артыҡ” тауар буламы?

Иҡтисадтағы төп күрһәткестәрҙең береһе итеп һәр саҡ хеҙмәт етештереүсәнлеген алдылар һәм артабан да шулай буласаҡ, сөнки конвейерҙан минутына мең дана сыҡҡан әйберҙең хаҡы, ошо арауыҡта йөҙ дана ғына сыҡҡан продукцияға ҡарағанда, һәр саҡ арзаныраҡ буласаҡ.

– Беҙҙең иҡтисадты Европаныҡы менән сағыштырыу урынһыҙ: улар артыҡ тауарын нисек һатырға белмәй, ә беҙ ил кәштәләрен үҙ продукциябыҙ менән тултырып еткер­мәйбеҙ, – тигәйне күренекле иҡтисадсы ха­лыҡ-ара йыйындарҙың береһендә. Тауарҙы “артыҡ” етештереүҙең сәбәбе хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғары булыуына барып тоташа.

Ә беҙҙең илдә ул ни өсөн тиҫтәләрсә йыл буйы бик аҡрын үҫте һуң? Төп сәбәп – эштең һуңғы һөҙөмтәһе менән ҡыҙыҡһынмау. Яманаты сыҡҡан “уравниловка” бындай стимулдың эҙен дә ҡалдырманы. Совет предприятиелары етәкселеге лә ҙур табыш алыуға ынтылып торманы – бөтә килемде барыбер министрлыҡ үҙенә аласаҡ. Эш урындарын заманса яңыртыуға, етештереү­сәнлерәк ҡорамалдар ҡуйыуға аҡсаны ла үҙәк бирә. Кәрәк тип тапһа.

Маҡсаттар билдәле

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты 2018 йылдың 24 декабрендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советта раҫланғайны. Уның паспорты Рәсәй Президентының 2018 йылдың 7 майындағы “Рәсәй Федерацияһының 2024 йылға тиклемге милли маҡсаттары һәм стратегик үҫеш бурыстары тураһында”ғы Указына ярашлы әҙерләнгән. Был милли проектты тормошҡа ашырыу ваҡыты итеп 2019 йылдың октябренән 2024 йылға тиклемге осорҙо билдәләгәндәр. Проекттың маҡсат­тары түбәндәгесә:

1. Сеймал етештереүгә ҡарамаған уртаса һәм ҙур предприятиеларҙа хеҙмәт етеш­тереүсәнлеген 2024 йылға кәмендә биш процентҡа арттырырға.

2. Рәсәйҙең был милли проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән төбәк­тәре һанын 2018 йылдағы 16-нан 2024 йылға 85-кә еткереү.

3. Милли проектты тормошҡа ашырыуға йәлеп ителгән уртаса һәм ҙур предприятиелар һанын 2018 йылдағы 100-ҙән 2024 йылға 10 меңгә тиклем арттырыу.

620 мең эш урыны

Башҡортостанда хеҙмәт етештереү­сәнлеген арттырыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәләрҙең береһендә республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн алдағы йылдарҙа юғары етештереүсәнле 620 мең эш урыны асыласағы йәки булғандарының заманса шарттарға ярашлы үҙгәртеләсәге тураһында әйткәйне. Шундай ҙур күрһәткескә өлгәшеү министрлыҡтар яғынан ғына түгел, эш биреүселәр тарафынан да үҙ-ара килешелгән ҙур тырышлыҡ талап итәсәк.

Был осраҡта дәүләт власы яғынан изге теләктәр йәки күрһәтмәләр генә түгел, ә завод етәкселегенең ҡыҙыҡһыныусанлығы ла кәрәк. Бындай маҡсатлы эш алып барған предприятиеларҙы әле үк һанап китергә мөмкин. Өфө агрегат берекмәһенең һуңғы йылдарҙа дәүләт программаһы ярҙамында ҡорамалдарын һәм технологияларын заманса яңыртыуы продукцияның сифатына ғына түгел, ә етештереүсәнлеккә лә ыңғай йоғонто яһаны. Элек оборона сәнәғәтенә ҡараған бындай заводтарҙа эшселәрҙең оҫталыҡ кимәле башҡа тармаҡтар (хатта шул уҡ профилдәге машина эшләү предприятиелары) менән сағыштырғанда юғарыраҡ булды, сөнки ил именлеге өсөн яһалған техник әйберҙәр насар сифатлы була алмай ине. Дәүләт уларҙың оҫталығын камиллаштырыу өсөн аҡсаһын йәлләмәне, эш хаҡын юғарыраҡ ҡуйҙы.

Тиҙләнеш башланды

Ҡорамалдарҙы яңыртыу һәм эш урындарын камилыраҡ итеү хеҙмәт етештереү­сәнлеген арттыра икәнен иҫбатлап күрһәткән предприятиелар араһында “НефАЗ”, “Буринтех” һәм башҡа коллективтар ҙа бар. Октябрьский ҡалаһындағы “Басэт” компа­нияһы, мәҫәлән, милли проектҡа ҡушыл­ғандан һуң хеҙмәт етештереүсәнлеген 18 процентҡа арттырған. Заводта һырлы торбаларҙы эшләү процесын ҡулайлаш­тырғандар. Һаҡсыл етештереү принциптарын ҡулланыу эш процесы ваҡытын – 18 про­центҡа, артыҡ хәрәкәт итеүҙәрҙе 43 процентҡа ҡыҫҡартҡан.

Шулай уҡ “Синтез-Каучук”, “Стәрлетамаҡ икмәк комбинаты” һәм “Контроль пакет” предприятиеларын да миҫал итеп билдәләргә була. “Синтез-Каучук” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Юрий Морозов әйтеүенсә, 2016 йылдан башлап предприятиела етештереүҙең күләмен һәм сифатын яҡшыртыу йүнәлешендә байтаҡ эш атҡарылған.
Уҙған йылда “Синтез-Каучук” хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу, шулай уҡ мәшғүллекте хуплау буйынса төбәк программаһына ҡушылды. Эште ойоштороуҙың камиллаша төшөүе хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына килтерҙе. Заказсыларҙан ялыу-зарланыу осраҡтары кәмене. Башланғыс бөтә йәһәттән дә ыңғай һөҙөмтәләр бирә тигән фекерҙә “Синтез-Каучук” предприятиеһы етәксеһе.

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуҙы һәм халыҡтың мәшғүллеген яҡлауҙы маҡсат иткән милли проектҡа йәнә бер предприятие – “Контроль пакет” яуаплылығы сикләнгән ойошмаһы ҡушылды. Ул полимер ҡаптар сығарыу менән шөғөлләнә һәм үҙ өлкәһендә уңышлы эшләгән ойошма һанала.

Проектҡа ҡушылған өсөнсө предприятие – Стәрлетамаҡ икмәк заводы. Уның “Стерх” тип аталған сауҙа маркаһы күптәргә яҡшы таныш. Ризыҡтың сифатын етештереү-технология лабораторияһы даими күҙәтеүҙә тота. “Стерх” көн һайын 2000 самаһы сауҙа нөктәһенә икмәк һәм икмәк ризыҡтары ташый.

Бөгөн Башҡортостандың 40-лап пред­приятиеһы хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса милли проектта ҡатнаша. Ойоштороусылар йыл аҙағына тиклем йәнә унлаған ойошма-хужалыҡты программаға йәлеп итергә самалай. Бының өсөн ярайһы уҡ отошло мөмкинлектәр тәҡдим ителә. Мәҫәлән, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә теләк белдергән проект ағзалары өсөн эксперт ярҙамы бушлай күрһәтелә. Икенсенән, сәнәғәтте үҫтереү федераль программаһына ярашлы, проектта ҡатнашыусы 50 миллион һумдан алып 300 миллионғаса өҫтөнлөклө займ алыу хоҡуғына эйә. Йыллыҡ ставка – бер процент, аҡса биш йылға бирелә. Өсөнсөнән, “Экспорт акселераторы” программаһына ярашлы, предприятиелар һәм ойошмалар продукцияларын сит илдәргә һатыу тәңгәлендә өҫтөнлөктәргә эйә була.

Сит илдеке ҡыҫылмаһын

Әлеге Хөкүмәт ултырышында билдәлә­неүенсә, хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү буйынса милли проект талаптарына ярашлы, ошо программала ҡатнашҡан предприятие­ларға был сара тормошҡа ашырыла башлауҙың беренсе, икенсе һәм өсөнсө йылдарында етештереүсәнлекте 10, 20 һәм 30 процентҡа арттыра барырға ҡушыла. Уларға өс ай һайын Хөкүмәткә отчет биреп тороу бурысы ла ҡуйыла. Был осраҡта предприятиеның шул осорҙағы килеме 400 миллион һумдан түбән төшмәҫкә, сит ил резиденттарының предприятие уставындағы өлөшө 25 проценттан артмаҫҡа тейешле. Ни өсөн икәне аңлашыла: әйтәйек, бер генә станокты йәки продукцияны бик етеш­тереүсәнле итергә, йә булмаһа сит ил фирмаһына арҡаланып үтә ҡыҫҡа ваҡытлы уңышҡа ла өлгәшергә мөмкин бит әле. Әммә бындай саҡта ил иҡтисады отмаясаҡ.
Адреслы ярҙамға сеймал етештереүгә ҡарамаған дүрт төп тармаҡ предприятиелары өмөт итә ала: ауыл хужалығы, эшкәртеү, төҙөлөш, ташыу һәм һаҡлау.

– Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү нигеҙендә предприятиелар төп сараларға инвестиция алмайынса ла табышты үҫтереү, эш хаҡын күтәреү мөмкинлеген ала, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов күптән түгел кәңәшмәләрҙең береһендә. – Бынан тыш, ошо проектта ҡатнашҡан предприятиелар Сәнәғәтте үҫтереү фондынан отошло шарттарҙа аҡса алыу форсатына эйә буласаҡ: биш йылға саҡлы йылына бер процент менән 50 – 300 миллион һум биреләсәк.

Предприятиела техник һәм технологик яңылыҡтарҙы ҡулланмайынса хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү мөмкин түгел. Шуны иҫәпкә алып, инновациялы һәм фәнни эшләнмәләрҙе әүҙем ҡулланған коллектив­тарға һалым буйынса ташламалар биреү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, ошо проектта ҡатнашҡан предприятиеларға мәшғүллек мәсьәләһен еңелерәк һәм отошлораҡ хәл итеү өсөн 187 миллион һум күләмендә ярҙам да бүленә икән.

Фабрика һаҡсыллыҡҡа өйрәтә

Милли проект сиктәрендә Башҡорт­остан­дың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгендә “Процестар фабрикаһы” майҙансығы асылыуы тураһында “Башҡортостан” гәзите хәбәр иткәйне инде. Ул ни өсөн кәрәк? Был проект һаҡсыл етештереү принциптарына интерактив өйрәтеү маҡсатында булдырылды.

Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры урынбаҫары Әлфиә Теүәлбаева билдәләгәнсә, республиканың 18 предприятиеһында етештереү процестарын ҡулайлаштырыу буйынса тәүге проекттар өҫтөндә эш тамамланған да инде.
– Был “фабрика” – һаҡсыл етештереүҙең һәм ойошманың финанс күрһәткестәренә нимәнең йоғонто яһауын аңлауҙың мөһим элементы, – тине ул. – Һаҡсыл етештереү ҡоралдарын файҙаланыуға индереү, ғәҙәттә, минималь сығымдар талап итә. ”Фабрика” тренерҙарының бурысы коллективты ошоға өйрәтеүгә, процестарҙы тиҙләтеүгә ҡайтып ҡала ла инде.
Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Ирина Жук аңлатыуынса, быйыл ошондай 16 “фабрика” эшләй башлаясаҡ. Үҙәк етәксеһе Руслан Нуретдинов уҡыу форматы тураһында һөйләне: был дәрестәр 15 кешенән торған команда өсөн һигеҙ сәғәткә иҫәпләнгән.

Мәскәү ярҙамы бик ваҡытлы

Башҡортостан Республикаһы – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан ярайһы уҡ кимәлдә ярҙам алыуға өлгәшкән төбәктәрҙең береһе. Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль ярҙам күрһәтеү өсөн ике миллиард һум йүнәлтелһә, шуның 112,5 миллион һумы республикабыҙ файҙаһына бүленәсәк.

Федераль ҡаҙна аҡсаһы әлеге “фабрикалар процесын” барлыҡҡа килтереү, төбәктәге компетенциялар үҙәге эшмәкәр­леген үҫтереү һәм проектта ҡатнашҡан предприятиеларға тышҡы консультанттарҙы йәлеп итеү өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш, ҡатнашыусылар өҫтәмә рәүештә дәртлән­дергән ташламалар һәм субсидиялар ала аласаҡ. Алты йыл эсендә сеймал булмаған өлкәләрҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен 30 процентҡа тәьмин итеү зарур.

Был маҡсатҡа өлгәшеү өсөн республи­каның 196 предприятиеһын йәлеп итергә кәрәк. Былтыр Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 102,3 процент тәшкил итте. Быйыл республиканың, планды үтәү өсөн, милли проектта ҡатнашырға 50 предприятиены йәлеп итеүе кәрәк. Әлеге көндә 28 ойошма ҡатнашыусылар иҫәбендә.

Алдынғы тәжрибәһе булған Рәсәй предприятиеларын йәлеп итеү ҙә милли проекттың айырым йүнәлеше булып тора. Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисад форумында ошо маҡсатта ҙур компаниялар менән партнерлыҡ килешеүе төҙөлдө лә инде.

– Хеҙмәт етештереүсәнлеге тураһында һүҙ алып барғанда, күптәр байтаҡҡа күберәк эшләтә башлаясаҡтар, артабан ҡыҫҡартыу­ҙар көтөлә тип уйлай, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Ә уның төп маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эште башҡарыуҙан азат итеү. Был ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Берәү ҙә бер кемде лә ҡыҫҡартмай, ә предприятие артабан үҫеш алып китәсәк.

Былтырғы эшкә йомғаҡ нимә күрһәтте?

Яңыраҡ республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновациялы үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитетының булып үткән ултырышында Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү буйынса сараларҙың һөҙөмтәһе тураһында һөйләне.

– Республиканың ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылған предприятиеларында импортты алмаштырыуға һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген ҡырҡа күтәреүгә йүнәлтелгән эш алып барыла, – тине министр. – Улар араһында иң әһәмиәтлеләр тип шуларҙы атарға мөмкин: Стәрлетамаҡ районының “Алға” сәнәғәт етештереүе айырым иҡтисади зонаһында “Дога” финанс төркөмө углеводород газын еҫле углеводородҡа әйләндергән ҡоролма төҙөй һәм бында барлыҡҡа киләсәк 53 яңы эш урынына юғары етештереүсәнлек хас буласаҡ; “Полигон” ғилми-етештереү пред­прия­тиеһы булдырасаҡ радиоэлектроника приборҙары һәм роботтар эшләү комплексы шулай уҡ юғары етештереүсәнле 750 эш урыны асасаҡ; ошо уҡ райондағы “Стерэкс Пак” йәмғиәте төҙөгән күп ҡатлы асептик төрөү материалы заводы автоматлаш­тырыл­ған һәм юғары етештереүсәнле ҡорамалды файҙаланасаҡ.

Министр был йәһәттән “Фармстандарт-Өфө витамин заводы”, “Белорет металлургия комбинаты”, “Нефтехим тәжрибә заводы”, “Туймазытехуглерод”, “Уралтехнострой”, “Искож” акционерҙар йәмғиәттәре һәм башҡа предприятиеларҙы билдәләне. Аңлашы­лыуынса, етештереүсәнлекте күтә­реү өсөн тиҫтәләрсә йылдар эшләп килгән ҡеүәттәр түгел, ә заманса ҡорамалланды­рылған йәки төҙөлә башлаған цехтар һайлап алына.

Айырым предприятиелар етештереүсән­лек­те күтәреү эшенә алдараҡ та тотонған. Мәҫәлән, “Синтез-Каучук” акционерҙар йәмғиәте “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү һәм мәшғүллеккә ярҙам” төбәк программаһына 2018 йылдың февралендә ҡушылғайны. Ике йыллыҡ һөҙөмтә күрһә­теүенсә, предприятиела һаҡсыл етештереү ҡоралдары уңышлы ҡулланыла, һәм ҡулланыу­сыларҙан ялыуҙар кәмегән.

Уға ҡаршы көрәш һәр саҡ көнүҙәк

Донъяла иҡтисади көрсөктәр туҡтауһыҙ ҡабатланып торған заманда эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш көнүҙәк булыуҙан туҡтамай. Башҡортостанда бер нисә йыл рәттән “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә ярҙам итеү” дәүләт программаһы эшләп килә, уның маҡсаттары түбәндәгесә:

– хеҙмәт баҙарында эшсе көсөнә ихтыяж менән тәҡдимдең үҙ-ара ярашылған булыуын тәьмин итеү, шулай уҡ лайыҡлы хеҙмәт өсөн шарттар тыуҙырыу;

– республиканың хеҙмәт ресурстарын һаҡлау һәм уны төбәктең иҡтисади, социаль, демографик үҫеше менән бәйләнештә алып барыу;

– республиканың иҡтисади яҡтан әүҙем өлөшөнөң мәшғүллек кимәлен арттырыу;

– эшсе көсөнә ихтыяж һәм тәҡдимдең һөнәри-квалификация структураһының үҙ-ара ярашылған булыуын тәьмин итеү;

– йәш граждандарға ваҡытлыса һәм даими эшкә урынлашырға ярҙам итеү, йәш инвалидтарҙы эш менән тәьмин итеү;

– хеҙмәт хаҡының Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән дә түбән булмауына өлгәшеү, фәҡирлек кимәлен кәметеү;

– хеҙмәт шарттарын һәм уның хәүеф­һеҙлеген яҡшыртыу, республика ойошмаларында имгәнеү һәм һөнәри сирҙәр һанын аҙайтыу;

– “Сит илдә йәшәгән ватандаштарҙың Рәсәй Федерацияһына ирекле күсеүенә булышлыҡ итеү” дәүләт программаһының Башҡортостанда үтәлеүенә ярҙам күрһәтеү.

Граждандарға үҙҙәренә яраҡлы эш табыуҙа, билдәле булыуынса, мәшғүллек үҙәктәре ярҙам итә. Был ойошмаларҙы заманға ярашлы үҙгәртеп ҡороу буйынса ла даими эш алып барыла. Стәрлетамаҡ ҡа­лаһындағы ошондай учреждение күптән түгел “Рәсәйҙәге эш” кадрҙар үҙәктәре исемлегенә индерелде, ул ошо йүнәлештәге “пилот” модель ойошмаһы булып торасаҡ. Ҡалаға эш сәфәре барышында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, был үҙәкте ҡарағас, мәшғүллек хеҙмәтен яңыртыуҙың милли проект сиктәрендә уңышлы барыуын билдәләне.

Ошо милли проектҡа индерелгән “Мәшғүллеккә ярҙам итеү һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереү өсөн хеҙмәт баҙарының йоғонтололоғон күтәреү” төбәк проектына ярашлы, бында барыһы ла – атамаһынан алып функцияларына саҡлы – үҙгәртеләсәк. Әле бында ремонт бара, һәм ҡорамалдар һатып алына. Үҙгәрештең төп маҡсаты – бындай ойошмаларҙың күп функциялы һәм клиент мәнфәғәттәренә йүнәлешле булыуына өлгәшеү. Проект сиктәрендә бында эшләгәндәрҙе ойоштороу-методик яҡтан хеҙмәтләндереү ҙә күҙ уңында тотола.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Читайте нас: