Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Март 2020, 20:51

Һөт кухняһына - алтын миҙал!

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#детибашкириисчастье #Башҡортостанбалалары

Өфөләге агросәнәғәт форумында үткәрелгән “Иң яҡшы продукт” конкурсында Башҡортостандың һөт кухняһы беренсе дәрәжә диплом һәм алтын миҙал менән наградланды.
Сабыйҙар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнгән дүрт төрлө витаминдар менән байытылған йогурт иң яҡшыһы тип табылды. Сәләмәт туҡланыу һәм тормош сифатын күтәреү - “Демография” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Был тәңгәлдә эш артабан да дауам итәсәк. Дәүләт автономиялы учреждениеһы составында алты модулле фабрика бар. Уларҙың һәр береһе тәүлегенә биш тоннаға тиклем һөттө эшкәртә. Һөт кухнялары Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет һәм Сибай ҡалаларында урынлашҡан. Яңыраҡ Өфө ҡалаһында ла асылды. Йыл аҙағына тиклем махсус һөт продукты етештереүсе ике модулле фабрика эш башлаясаҡ.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: