Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Март 2020, 20:42

Ата-әсәләр, һеҙҙең өсөн!

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#детибашкириисчастье #Башҡортостанбалалары

Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ түләүҙәр кемгә тейеш? Уны ҡасан түләй башлаясаҡтар? Ошо хаҡта ҡыҫҡаса, аныҡ яуаптар менән танышығыҙ.
Һеҙ –Рәсәй Федерацияһы гражданы. Балағыҙ ҙа - Рәсәй гражданы. Ғаиләгеҙҙәге йән башына тура килгән уртаса килемегеҙ 2020 йылда 9804 һумдан артмай икән, тимәк, һеҙ был түләүҙәрҙе алырға хоҡуҡлы.
Ғаризаны ҡасан яҙыуығыҙға ҡарамаҫтан, пособиены 2020 йылдың 1 ғинуарынан түләйәсәктәр (йәки балағыҙға өс йәш тулғандан башлап).
2020 йылда айлыҡ түләүҙәр күләме – 4894,50 һум.
Ғаризалар 2020 йылдың 1 июленән ҡабул ителә.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына (Өфөлә - филиал бүлектәренә), Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәргә һәм Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша. “Демография” милли проектына ярашлы, балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү, тормош сифатын яҡшыртыу – хәл итәһе төп мәсьәләләрҙең береһе.
Фото:Heaclud.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: